Өфөлә бер нисә көн дауамында бокс буйынса Башҡортостан чемпионаты һәм беренселеге сиктәрендә ярыштар үтте. Ярыштарҙа Стәрлетамаҡтың Олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Беҙҙең спортсылар бер нисә төрлө миҙал яулай. Беренсе урындарҙы Аделина Әсәҙуллина, Лиана Ғәлимова, Арина Емельянова, Алина Азаматова, Анна Абдрахманова, Динә Сәйәхов, Артем Усманов, Азамат Хәсәнов яулаған. "Көмөш" миҙалға Рината фәйзуллина, Каролина Әмирова, Арина Иҫәнбаева, Тамерлан Хисмәтуллин, Динар Азаматов Һәм Данил Кәримов лайыҡ була. Арсен Хисмәтуллин, Булат Садиҡов һәм Максим Мальцев бронза миҙалдар яулай. Спортсыларҙы тренерҙар Д. М. Белоклоков һәм А. А. Бабиков әҙерләгән.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: Спорт мәктәбе сәхифәһенән алынды.