Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Спорт
20 Апреля , 04:50

ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ

Үткән йыл аҙағында Өфө ҡалаһында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең I Ҡышҡы спартакиадаһы үткәрелде, уның маҡсаты – “Рәсәй спорты” дәүләт программаһы сиктәрендә, адаптив спортты популярлаштырыу һәм спортсыларҙың оҫталығын күтәреү ине.

ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ
ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ

Ярыштарҙа Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Рәсәй спортсылары ла көс һынашырға килгәйне. Был Спартакиадала Стәрлетамаҡ коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары – Артамкин Артем, Сальников Игорь, Больщикова Ангелина, Кильметова Ангелина, Әминева Радмилла һәм Асабин Гедеон ҡатнашты.

Шахмат буйынса ярыштарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт белем биреү учреждение уҡыусыһы Әминева Радмилла 3-сө урын алды. Шул рәүешле быйылғы ҡыш әлеге мәктәп өсөн ысын спорт байрамы менән тамамланған. Әйткәндәй, Радмилла Әминева Зеленоградта үткән ҡышҡы спартакиадала 2-се урын яуланы.

– Ә март айында Мәскәү өлкәһендә һаңғырауҙар спорты буйынса киң күләмле XII Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһы старттар үтте. Рәсәй Спорт министрлығы ойошторған был абруйлы ваҡиға бөтә илдән иң яҡшы йәш атлеттарҙы йыйҙы, ә беҙҙең егеттәр, Башҡортостан йыйылма командаһының алтын составына инеп, ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнаны. Мәктәбебеҙҙең өс уҡыусыһы Асабин Гедион (8 класс), Килмәтова Ангелина (7А класс), Әминева Радмилла (6 класс) “Шахмат” дисциплинаһында Башҡортостан Республикаһы намыҫын яҡланы. Беҙҙең егеттәр, төбәктең иң көслө йәш шахматсыларының береһе статусын раҫлап, ҡаты һайлап алыу үтте. Спартакиаданың рәсми регламентында ҡаралған етди конкуренция шарттарында улар сыҙамлылыҡ, стратегик фекерләү һәм ысын команда рухы күрһәтте, – тине уҡытыусы, тәрбиәсе, тренер Зилфирә Нәһәрей ҡыҙы Ғилманова.

Ысынлап та, был спорт төрө балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш һәм характер тәрбиәләй. Шулай уҡ шахмат уйыны тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, ул логик фекерләргә өйрәтә, ныҡышмалылыҡты үҫтерә, уйын ваҡытында паникаға бирелмәҫкә өйрәтә, үҙ ғәмәлеңде 3-5 аҙым алға планлаштырырға, ысын шәхес булып формалашырға булышлыҡ итә. Шахмат уйнағанда балаларҙың һәләттәре асыла.

– Ә инде мәктәптең ҡаҙаныштарына килдәндә, 2025 йылдың 29-30 апрелендә Стәрлетамаҡ базаһында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған һаңғырауҙар спорты буйынса республика спартакиадаһы үтте. Беҙҙең команда 1-се урын алды, Больщикова Ангелина 1-се урынға, Сальников Игорь 2-се урынға лайыҡ булды. Һәм шулай уҡ Өфө ҡалаһында октябрь айында үткән XIX республика мәҙәни-спорт фестивалендә шахмат ярыштарында 1-се урынды Килмәтова Ангелина, 3-сө урынды Сальников Игорь, 2-се дөйөм команда урынын яулайҙар. 2025 йылдың декабрендә Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында Бойондороҡһоҙ Дәүләт Берләшмәләре илдәренең I Ҡышҡы Спартакиадаһы уҙғарылды. Унда Әминева Радмилла 3-сө урынды яулап, бронза миһалға лайыҡ булды.

– Һәр уңышлы аҙым һәм һәр еңеү артында аҡыллы остаз тора. Беҙ Ғилманова Зилфира Нәһәрей ҡыҙына ихлас рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең сабырлығығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ һәм уҡыусыларға ышаныуығыҙ балаларға бөтә ил кимәлендә лайыҡлы сығыш яһарға ярҙам итә! Һеҙ – спорттың сикһеҙ булыуын, ә ныҡышмалылыҡтың һәр ваҡыт түбәләргә алып барыуын миҫал итеп килтерәһегеҙ. Һеҙгә яңы спорт ҡаҙаныштары, сағыу еңеүҙәр һәм киләсәк турнирҙарҙа матур партиялар теләйбеҙ! Беҙҙең мәктәп-интернатта дүртенсе йыл шахмат түңәрәге эшләй. Сараларҙа еңгән балаларҙы, уларҙы уйын серҙәренә өҫрәткән тренерҙары Зилфира Нәһәрей ҡыҙына ихлас рәхмәтлебеҙ, – тип билдәләй мәктәп етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың шатлыҡтарын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: мәктәп сайтынан алынды.

ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ
ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ
ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ
ИҢ КӨСЛӨ ШАХМАТСЫЛАР БЕҘҘӘ ТӘРБИӘЛӘНӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас