

Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуып үҫкән булһа ла, ул бөтә ғүмерен ҡалабыҙға бағышланы. Вячеслав Михайлович 4-се урта мәктәптең физик культура уҡытыусыһынан һәм сода – цемент комбинатында электрослесарҙан алып илдең химия сәнәғәте флагмандарының береһе булған асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорына тиклем юл үтте.
Уның етәкселегендә предприятие БДБ-ла кальцинирланған сода етештереүсе иң эре предприятиеға әйләнде. Шул уҡ ваҡытта ул үҙе ысын спорт фанаты булып ҡала. Уның ваҡытында Стәрлетамаҡта спорт инфраструктураһы әүҙем үҫешә, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар яҡшыра. Ул балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә булышлыҡ итте, - тине уны белеүселәр сара барышында. Ә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаров Вячеслав Михайловичтың ҡаланың спорт тормошон үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне һәм бындай ярыштарҙың йыл һайын үткәрелеүен теләне. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡотларға Рәсәй Афғанстан ветерандары Союзының Стәрлетамаҡ ҡала бүлексәһе рәйесе Сергей Балмасов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, спорттың адаптив төрҙәре буйынса ҡала йыйылма командаһы капитаны Владимир Егоров, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусаҡаев, ҡала советы депутаты Игорь Пылаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, 2-се ДЮСШ директоры Александр Живаев килгәйне. Улар шулай уҡ В.М. Титов ваҡытында был спорт мәктәбендә 20 спорт төрө үҫтерелеүен һәм уларҙың береһе – бокс икәнлеген иҫкә төшөрҙө. Вячеслав Михайловичтың улдары Сергей Вячеславович Титовтар ғаиләһе ағзалары исеменән был сараны ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Ҡалабыҙҙа Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Өфө, Ишембай, Салауат, Магнитогорск һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан килгән йәш боксерҙар спорттың был етди төрөндә көс һынашты.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.
ҺҮҘ САРАЛА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҒА:
Артур Айҙар улы Рәхмәтов, тренер, спорт мастерлығына кандидат:
- Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан 4 боксерҙы алып килдем. Улар спорттың был төрө менән 2-се кластан алып шөғөлләнә. Үҙем СССР-ҙың спорт мастеры, Хәйбулла районында боксты булдырған Урал Рәмил улы Казбековтың беренсе уҡыусыһы. Әйткәндәй, мин Стәрлетамаҡта физкультура техникумында (исеме төрлөсә үҙгәрҙе инде) Рим Бариевич Ғилмановта уҡыным.
Рөстәм Ғөбәйҙуллин, Аҡъярҙан килгән БР чемпионы:
- Был ярыштың күркәм шәхес иҫтәлегенә бағышланыуы яуаплылыҡ өҫтәй, әлбиттә. Шуға күрә еңер өсөн икеләтә сәм менән тырышасаҡмын.