Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендәге сығышының ҙур өлөшөн махсус хәрби операция темаһына арнаны, төп тезистарҙы билдәләп үтәйек:
Халҡыбыҙҙың күпселек өлөшө махсус хәрби операция яҡлы булды.
Бер кемгә лә илебеҙҙең эске сәйәсәтенә ҡыҫылырға рөхсәт итмәйәсәкбеҙ.
Рәсәй Федерацияһының стратегик ядро ҡоралы тулы әҙелектә тора.
Рәсәйҙә яңы ҡорал етештерелә, тиҙҙән улар тураһында барыһы ла ишетәсәк.
Рәсәй бизнесы яугирҙарыбыҙға ярҙам итере өсөн ирекмәндәр һәм мәрхәмәтлек фондтарына миллиондарса һум аҡса күсерҙе.
Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары торлаҡ һатып алғанда 2 процентлыҡ ипотека менән ҡуллана аласаҡ.
Барлыҡ власть органдарын артабан да яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итеүҙәрен һорайым.
Суверенитетты һаҡлау һәм нығытыу бөтә яҡлап та алып барыла.
Беҙҙең һалдаттар һәм офицерҙар, төрлө милләт һәм этнос вәкилдәре, йәшәгән төбәктәре, мәҙәниәте, тарихы менән айырылып торһа ла, үҙҙәренең берҙәм көс булыуын меңләгән һүҙ менән түгел, эш менән дәлилләне. Был беҙҙең быуаттар буйығы нығылған халыҡтар берҙәмлегенең көсө, уны бер кем дә , бер ҡасан да еңә алмаясаҡ.